Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2019, 11:22

Еңеү – Дыуан жокейҙарында!

Баш ҡалабыҙҙың “Аҡбуҙат” ипподромында үткән “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирында Дыуан районы жокейҙары еңеү яуланы.

Баш ҡалабыҙҙың “Аҡбуҙат” ипподромында үткән “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирында Дыуан районы жокейҙары еңеү яуланы.
Республикала тәүге тапҡыр үткән был сара төбәгебеҙҙең 100 йыллығына бағышланды. Турнирҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан бәйгеселәре ҡатнашты. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшылар асыҡланып, үҙҙәренә таныш булмаған аттарҙа аҙаҡҡы ярышта һынау тотто. Дыуан районынан Ландыш, Орден, Гурман, Весточка, Гавиал, Подбор, Казбек, Набат, Гром сығыш яһаны. Иң яҡшыһы тип Гавиал билдәләнде.
Беренсе һәм икенсе урын алыусы жокейҙар йәрәбә һалыу буйынса таныш булмаған аттарҙа ярышты. Һәр райондан икешәр һыбайлы бәйге тотто. Беренсе һәм икенсе урынға Дыуан районынан Монах менән Аҡбарс сыҡты (һыбайлылар Илдар Нурғәлиев, Антон Сафонов). Өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙа Әлшәй районы жокейҙары. Еңеүселәр 11 октябрҙә республика башлығы призына үтәсәк финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу көнөнә арналған махсус приз Дыуан районынан Апельсинкаға тапшырылды(хужаһы М. Богданова).
Турнирҙың беренсе этабынан һуң иң шәп жокей билдәләнде. Ул – Дыуан районынан Илдар Нурғәлиев. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: