Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2019, 12:23

Уҡыусылар өсөн ишектәр асыҡ

Дыуан күп профилле колледжының Яңы Балаҡатай филиалында Асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.

Дыуан күп профилле колледжының Яңы Балаҡатай филиалында Асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Район мәктәптәренән килгән 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет уҡыу йорто вәкилдәре менән осрашты, үҙҙәрен ҡы¬ҙыҡ¬¬һындырған һорауҙарға яуап алды.
Һөнәри белем биреү учреждениеһын һайлағанда сығарылыш уҡыусыларының уҡыу йортон үҙ күҙҙәре менән килеп күреүе, уҡыу процесын, буласаҡ һөнәре буйынса һәм шәхси үҫеш перспективаларын баһалауы мөһим.
Буласаҡ студенттар уҡыу йорто атмосфераһына сумды, белем усағы тормошо һәм уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән яҡындан танышты, колледж администрацияһы, студенттар менән аралашып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Студенттар улар өсөн ауыл хужалығы эшмәкәрлегендә тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер, коммерция һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Р. Иштуғанова.
Балаҡатай районы.
Читайте нас: