Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған.
Республиканың төрлө райондарынан тағы биш ҡатын-ҡыҙ шул йәштә икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан. Иң ҙур ауырлыҡтағы сабый Өфөлә донъяға килгән — 5,63 килограмм. Ә Стәрлетамаҡ малайы иң буйсаны тип танылған — 67 сантиметр.
2018 йылда «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе Башҡортостандың медицина ойошмаларына 462,3 миллион һум бүлгән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙ консультациялары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған.