Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 10:59

“Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл”

Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихы тураһында электрон вариантта һәм инглиз телендә уҡырға мөмкин.

Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихы тураһында электрон вариантта һәм инглиз телендә уҡырға мөмкин. “Башҡорт матбуғаты” нәшриәт йорто “Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл” (“Republic of Bashkortostan 100 years”) тигән китап сығарҙы.
Йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәреү үҫтереү, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр миҫалында республика яңы үҫеш офоҡтарын асҡан заманса төбәк, киләсәккә ынтылған эшлекле, мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк итеп күрһәтелгән.
Баҫма 22-23 мартта уҙған юбилей сараларында: «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «100 бөйөк йыл» тантаналы сараһында һәм «Торатау» конгресс-холында «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумында тәҡдим ителде. Артабан китапты халыҡ-ара, федераль һәм төбәк сараларында күрһәтеү күҙаллана.
Баҫманың электрон версияһы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында, башҡа мәғлүмәт порталдарында урынлаштырылған.
Читайте нас: