Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 10:00

Хәйҙәр Вәлиев БР Башлығы хакимиәтенә эшкә күсә

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты. Уның китеүе комиссия ултырышында ҡабул ителде.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, Хәйҙәр Вәлиев БР Башлығы хакимиәтенә эшкә күсә һәм мөһим идаралыҡтарҙың береһенә етәксе буласаҡ.
– Мин Хәйҙәр Арыҫлан улын Башҡортостандың тәүге Президенты Хакимиәтендә кадрҙар буйынса идаралыҡта эшләгән сағынан беләм. Уның һәр бер ауыл советы рәйесен, уның туғандарын исемләп белеүе ғәжәпләндерә торғайны. Беҙ уны БР Башлығы Хакимиәтендә күргебеҙ һәм уның тәжрибәһен файҙаланғыбыҙ килә, – тине Александр Сидякин.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын урынбаҫар Марат Ғадилов башҡарасаҡ.
Читайте нас: