Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 10:02

“Илһам шишмәләре”

29 мартта Мәсетле район үҙәк китапханаһында “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт конкурсы уҙҙы. Сара республиканың 100 йыллығына арналды.

29 мартта Мәсетле район үҙәк китапханаһында “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт конкурсы уҙҙы. Сара республиканың 100 йыллығына арналды.
Әҙәби бәйгелә төрлө йәштәге конкурсанттар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын тәҡдим итте. Үҙешмәкәр шағирҙарҙың сығышын БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлсирә Шафиҡова, мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, район гәзитенең хаттар бүлеге етәксеһе Айгөл Шарапова составындағы жюри баһаланы.
Конкурс һөҙөмтәһендә ололар араһында Оло Ыҡтамаҡтан Венера Шәйхисламова беренсе урын яуланы. Икенсе урынды Оло Ыҡтамаҡтан Адель Абдрахманова һәм Әбдрәхимдән Сажиҙә Фәйзрахманова бүлеште. Өсөнсө урында - Әләгәҙҙән Владимир Коровкин.
Уҡыусылар араһында беренсе урында – Түбәнге Бабанан Данэлия Кашфуллина. Икенсе урында – Йоностан Айгүзәл Фәттәхова һәм Әләгәҙҙән Аделия Әфризунова. Өсөнсө урынды Түбәнге Бабанан Кирилл Рамазанов алды. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район гәзите редакцияһы һәм мәғариф бүлеге үҙҙәренә оҡшаған конкурсанттарҙы бүләкләне.
Мәсетле районы.
Читайте нас: