Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2019, 10:14

Пенсия арта

1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсиялар 2 процентҡа артты.

1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсиялар 2 процентҡа артты.
Бөгөндән саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандарҙың дәүләт пенсиялары, шулай уҡ социаль пенсияларҙың үҫеүенә бәйле булған башҡа түләүҙәр арта.
Бынан тыш, 1 апрелдән Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, өс дәрәжәле Дан ордены һәм I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексациялана.
Республиканың 101 мең пенсионеры, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер арттырылған пенсия алырға тейеш.
Читайте нас: