30 мартта Малаяҙ ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ғаилә командалары араһында волейбол буйынса тәүге район турниры үтте. Сарала Арҡауыл, Малаяҙ, Янғантау, Мөрсәлим, Торналы, Тирмән һәм Гусевка ауылдарынан 11 ғаилә ҡатнашты.
Сараны район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторҙо, үткәреү идеяһын Кәрим Мөхәмәтдинов күтәреп сыҡты.