БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 6 апрелдән 11 майға тиклем республикала тораҡ пункттар территорияһын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк.
Министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, муниципалитеттарға, бөтә милек формаһындағы ойошмаларға, йәмәғәт берекмәләренә ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы, ойошмаларға беркетелгән территорияларҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм йәшелләндерергә ҡушылды.