Бөжәктәрҙең ҡар бөрсәләре икәне асыҡланған. “Саҡырылмаған ҡунаҡтар” күрше өлкә сигенәсә сит ер участкаларын да һырып алған була. Ә инде һуңғы арала көндәр йылытҡас, ҡар бөрсәләре һыу күләүектәрендә лә барлыҡҡа килә башлай. Бындай хәл Шаҡарлыла тәүгә күҙәтелә, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите.