Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Апрель 2019, 02:53

Ҡыйғыла – “Ивестиция сәғәте”

28 мартта Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында тәүге тапҡыр “Инвестиция сәғәте” үтте. Ҡыйғы районы хакимиәтендә лә ошондай тәүге ултырыш уҙҙы.

28 мартта Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында тәүге тапҡыр “Инвестиция сәғәте” үтте. Ҡыйғы районы хакимиәтендә лә ошондай тәүге ултырыш уҙҙы.
“Инвестиция сәғәте” сиктәрендә эшҡыуарҙар ауыл хужалығы, һөт продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү, туризм өлкәһе буйынса проекттарын тәҡдим итте. Д. Шакировтың йәшелсә-емеш үҫтереү, А. Хөснөтдиновтың һөт продукцияһын етештереү буйынса проекттары ҡаралды.
Эшҡыуарҙарға үҙ эштәрен башлауҙа файҙаланырға мөмкин булған ер участкалары һәм күсемһеҙ милек объекттары теҙмәһе тәҡдим ителде. Район хакимиәте башлығы ҡушыуы буйынса улар бөгөндән объекттар менән таныша ала. Кәңәшмәлә шулай уҡ районда эшләп килгән инвестиция проекттары һәм планда булғандары тураһында һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса район -ҡалаларҙа ”Инвестиция сәғәте” һәр кесаҙна уҙғарыласаҡ.
Р. Әлимбаева.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: