Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 10:05

Беренсе балаға – әсәлек капиталы

Әсәлек капиталын беренсе бала тыуған өсөн дә биреүҙәре ихтимал.

Әсәлек капиталын беренсе бала тыуған өсөн дә биреүҙәре ихтимал. РФ Хөкүмәте вице- премьеры Татьяна Голикова: “Тыуымды арттырыу өсөн өҫтәмә ҡыҙыҡһыныу саралары булдырырға кәрәк. Хөкүмәт әсәлек капиталын беренсе бала тыуғанда ла биреү мөмкинлеген ҡарай”, - тип белдерҙе.
“Рәсәй-1” телеканалында барған “60 минут” программаһында ул әле илдә балалы ғаиләләргә федераль финанс ярҙамының өс төрө ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Улар араһында — беренсе бала өсөн түләү, икенсе балаға — әсәлек капиталы, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәр.
Голикова беренсе бала тыуғандан һуң әсәлек капиталы бирергә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуға дәртләндерергә мөмкинме, тигән һорауға яуап итеп, бындай варианттарҙың да тикшерелеүен билдәләне.
2007 йылдан индерелгән Әсәлек капиталы программаһы ғаиләлә икенсе бала тыуғанда ғына сертификат биреүҙе ҡарай. Уның күләме әле 453 һум. Программа 2021 йылға тиклем оҙайтылды.
Читайте нас: