Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 10:07

Раил Сарбаев етәкселеккә ҡайта

2008 – 2010 йылдарҙа республика Хөкүмәтенә етәкселек иткән Раил Сарбаев Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул был вазифаны 8 апрелдән үтәй башлаясаҡ.

2008 – 2010 йылдарҙа республика Хөкүмәтенә етәкселек иткән Раил Сарбаев Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул был вазифаны 8 апрелдән үтәй башлаясаҡ.
“Өйгә ҡайтыуым менән бәхетлемен. Миңә ышаныс белдергәне һәм үҙенең командаһына саҡырғаны өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт”, – тип белдерҙе Раил Сарбаев.
Раил Сәлих улы Сарбаев 1962 йылда Ейәнсура районында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Фән кандидаты. Салауат Юлаев ордены менән наградланған.
Читайте нас: