1 апрелгә ҡарата республикала ете кеше талпан тешләү сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт иткән. Былтыр был осорҙа зыян күреүселәр әле булмаған.
“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы 11 марттан был өлкәлә аҙналыҡ мониторинг алып бара. Бер юлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш йәйелдерелә. Башҡортостанда барлығы дүрт мең гектар тирәһе ер препараттар менән эшкәртеләсәк.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү һәм энцефалитҡа йәки боррелиозға тикшереү ғәмәле лә ойошторолған.
Йыл да эпидемия миҙгелендә медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә. Былтыр ун төбәктә вируслы энцефалитҡа дусар булған 25 кеше асыҡланды (элгәрге йылдағынан өс осраҡҡа күберәк). Төп иҫкәртеү сараһы – вакцинациялау.