Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2019, 12:05

Һабантуйҙа эсергә кәрәкмәй

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Һабантуйҙарҙа алкоголь һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Һабантуйҙарҙа алкоголь һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.
Уның фекеренсә, республиканың теге йәки был районында “Һуңғы ҡыңғырау”ҙа, Йәштәр көнөндә йәки Белем көнөндә алкоголле эсемлектәр һатыу сикләнгән ише Һабантуй үткән көндө лә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйырға кәрәк.
– Ни эшләп иҫерергә, бының ниндәй шатлығы бар? Һабантуйҙа эсергә кәрәкмәй. Был бик йәмһеҙ күренеш. Эште этаплап үткәрергә була. Мәҫәлән, 15 июндә Һабантуй Күгәрсен районында үтә икән, был көндө тап ошо районда алкоголь һатыуҙы тыйыу шарт, – тине Радий Фәрит улы. – Беренсе тапҡыр кешегә был бик оҡшап та етмәҫ. Күңелһеҙ генә йөрөүҙәре ихтимал. Уның ҡарауы, киләһенә барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Читайте нас: