Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2019, 12:05

Спорт хәбәрҙәре

5 апрелдә Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһында ҡул һуғышы буйынса шәхси-команда чемпионаты үтте. Ярышта Дыуан районы спортсылары уңышлы сығыш яһаны.

5 апрелдә Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһында ҡул һуғышы буйынса шәхси-команда чемпионаты үтте. Ярышта Дыуан районы спортсылары уңышлы сығыш яһаны.
Дыуан районы эске эштәр бүлегенең полиция подполковнигы Илгиз Һаҙыев 85 килограмғаса һәм өлкән лейтенант Антон Леонтьев 90 килограмдан ашыу тән ауырлығы категорияһында икенсе урын яуланы. Улар икеһе лә ҡул көрәше секцияһына йөрөй.
***
6 апрелдә Мәсәғүт гимназияһы базаһында XXVII БР ауыл спорт уйындары сиктәрендә мини-футбол буйынса төбәк ярышы уҙҙы. Һөҙөмтәлә Салауат районы командаһы беренселекте яуланы. Дыуан һәм Ҡыйғы райондары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Читайте нас: