Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2019, 12:07

Юл соҡорон фотоға төшөрөп ебәр

Башҡортостанда "Дорожный эксперт" телефон ҡушымтаһы эшләй башланы. Уның ярҙамында һәр кем юл проблемалары хаҡында тиҙ арала хәбәр итә ала.

Башҡортостанда "Дорожный эксперт" телефон ҡушымтаһы эшләй башланы. Уның ярҙамында һәр кем юл проблемалары хаҡында тиҙ арала хәбәр итә ала.
Урамдағы йәки ихаталағы юл соҡоро, асфальт сатнауын яматыр өсөн:
1) App Store, Google play кибеттәре аша телефонға "Дорожный эксперт" ҡушымтаһын урынлаштырырға;
2) исем-фамилия, электрон почта, һәм пароль яҙып, теркәлергә;
3) мотлаҡ рәүештә геолокацияға рөхсәт бирергә;
4) соҡор янына барырға, «Новая яма» кнопкаһына баҫырға, «На дороге» йәки «Во дворе» тип һайларға;
5) соҡорҙо фотоға төшөрөргә, кәрәкһә адрес яҙырға йәки комментарий ҡалдырырға.
6) "Готово" кнопкаһына баҫырға.
Һеҙ еткерергә теләгән соҡор тураһындағы мәғлүмәт "Шәхси кабинет"та һаҡлана. Унан һуң ул бер эш көнө дауамында тикшерелә һәм юл өсөн яуаплы ойошмаға тапшыра. Улар өс көн дауамында соҡорҙо ямарға тейеш. Ғариза үтәлгәс, уның фотоһы "Шәхси кабинет"ҡа китәсәк.
Читайте нас: