Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Апрель 2019, 13:40

Ауылға эшкә ҡайт та - 500 мең ал!

Ауыл хужалығы колледждарын тамамлаған йәш белгестәрәг дәүләт ярҙамы 500 мең һумға тиклем арттырылды.

Ауыл хужалығы колледждарын тамамлаған йәш белгестәрәг дәүләт ярҙамы 500 мең һумға тиклем арттырылды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо туралығы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Элек был сумма 300 мең һум булһа, хәҙер яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгән йәштәр 500 меңлек ярҙамға иҫәп тота ала.
Конкурста эш стажы алты айҙан да кәм булмаған һәм уҡыу йортон 2016 йылдан һуң тамамлаған йәш белгестәр эшләгән агросәнәғәт комплексы ойошмалары ҡатнаша ала.
Документтар тапшырыу июнь айында башлана. Положениеға ярашлы, субсидия урта махсус белемле 70 белгескә, юғары белемле 70 белгескә тапшырылырға тейеш.
Читайте нас: