Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Апрель 2019, 13:38

Йәш таланттар бәйге тотто

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда республиканың 100 йыллығына арналған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар халыҡ бейеүҙәре конкурс-фестивале үтте.

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда республиканың 100 йыллығына арналған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар халыҡ бейеүҙәре конкурс-фестивале үтте. Үҙҙәрен бейеү оҫталығында һынау өсөн Балаҡатай, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарынан һәм Свердлов өлкәһенән коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар йыйылды.
Йәш бейеүселәрҙең талантын һәм оҫталығын Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусылары Айгөл Насырова, Резеда Халикова һәм Мәсетле районының “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Рәсимә Әхмәтйәнова составындағы жюри баһаланы.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-прины Ҡырмыҫҡалы районының “Йондоҙ” үрнәкле халыҡ бейеү ансамбле яуланы.
Мәсетле районынан Лиана һәм Рузил Ҡотлоәхмәтовтар, Салауат районынан Элеонора Бушмелова һәм Анна Сапожникова, Ҡырмыҫҡалы районынан Азалия Вәлиева, Дыуан районынан “Афарин” һәм “Карусель” балалар хореография ансамблдәре, Мәсетле районынан “Әйлестан”, “Йәйғор” һәм “Каблучок” хореография ансамблдәре төрлө номинацияларҙа һәм йәш категорияларында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: