Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2019, 12:35

Ғаиләләргә торлаҡ сертификаты

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Ауыл биләмәләрен тотроҡло үҫтереү” маҡсатлы программалаһы сиктәрендә туғыҙ ғаиләгә сертификат тапшырҙы.

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Ауыл биләмәләрен тотроҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә туғыҙ ғаиләгә сертификат тапшырҙы. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә.
Был аҡсаға йәштәр ауыл ерендә урынлашҡан ер учаскаларында йорт һаласаҡ. Оҙаҡламай Оло Ыҡтамаҡ ауыл советында – 3, Яңы Мишәр ауыл советында – ике, Ләмәҙтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Кесе Ыҡтамаҡ, Яуыш ауыл советтарында берешәр өй ҡалҡып сығасаҡ.
Әнис Ҡасим улы йәштәрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне.
А. Ишмөхәмәтова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: