Мәғлүм булыуынса, 3 июндә федераль телеканалдар аналоглы тапшырыуҙарҙан һанлы телевидениеға күсә. Республика халҡы бөгөндән юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә ҡайһы берәүҙәр һанлы телевидениеға күсергә әҙер түгел. Бының өсөн нимә эшләргә?
Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки спутник тарелка икән, бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла. Бының өсөн ике вариант бар:
- әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләү генә лә етәсәк;
- әгәр ҙә 2013 йылға тиклем телевизор һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы 1000 һумға яҡын.
Әгәр ҙә иҫке телевизор булып, приставка һатып алмаһағыҙ, июндән үҙҙәренең аналоглы сигналын һүндермәгән каналдарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Был Башҡортостан юлдаш телеканалы (БСТ), ҡала һәм телевизион каналдар булыуы мөмкин. Башҡа каналдар урынына ҡара экран ғына күрәсәкһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта приставка һатып алып ҡуйып, 20 телеканалды ҡарай башлаһағыҙ, иҫке антеннанан ҡотолорға ла ашыҡмағыҙ – урындағы телеканалдар тап уның аша күрһәтәсәк.
Халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына һанлы телевидение өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, республика Хөкүмәте ике категорияға ҡараған граждандарға – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған хаҡлы ялдағылар һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Әгәр был граждандар һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәлә йәшәһә, уларға телевизор өсөн һанлы приставкалар алыуға бер мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләнәсәк. Бының өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең урындағы филиалдарына йәки Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә инде һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә йәшәгәндәргә юлдаш тәрилкәләре һатыу алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам итеү ҡаралған.
Һанлы телевидениеға күсеү буйынса һорауҙар барлыҡҡа килһә, 8-800-220-2002 (“ҡыҙыу линия”) телефонына шылтыратып ярҙам алырға мөмкин.
Һүрәттә: Мәсетле районы Ҡорғат ауылында бушлай спутник антенналарын урынлаштырыу башланды.