Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2019, 12:38

Бөгөн – Космонавтика көнө

Бынан 58 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә “Восток-1” йыһан карабында совет космонавы Юрий Гагарин кешелек тарихында тәүге тапҡыр Йыһанға оса. Ул Ер шарын 108 минут эсендә урап, имен-һау әйләнеп ҡайта.

Әйткәндәй, Гагаринды осорор алдынан ғалимдар 5 тапҡыр һынау осошо яһап ҡарай. Тәүге карап барлыҡ программаларҙы үтәй, ләкин кире төшөр саҡта, командаға буйһонмай, асыҡ йыһанға сығып китә. Икенсе осош уңышлы тамамлана. Әммә 1960 йылда осоролған өсөнсө карапта янғын сыға. Дүртенсе һәм бишенсе һынауҙар уңышлы тамамлана. Шунан һуң ғына совет ғалимдары Йыһанға кешене сығарырға ҡарар итә. Юрий Гагарин иһә йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫлай.
Читайте нас: