Салауат районының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып уңыштары менән ҡыуандыра.
Мәҫәлән, “Йәш таланттар-2019” Бөтә Рәсәй Арт-проектының төбәк этабында еңгән йәш музыканттарыбыҙ конкурстың финалында ла яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Илнур Имаев (ҡурай класы, етәксеһе Р. Нурмөхәмәтов) – II дәрәжә, Мансур Солтанов ( һуҡма музыка ҡоралдары, етәксеһе Р. Ханов), Уралия Таһирова ( сәхнә вокалы, етәксеһе Р. Ғәлимова) III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Балалар сәнғәт мәктәбенең Арҡауыл бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре лә уңыштар яулай. “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре фестиваль-конкурсында Элеонора Бушмелева һәм Анна Сапожкинаның бейеү дуэты “Халыҡ-сәхнә бейеүе. Дуэт” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды һәм I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. “Гөлназ” бейеү ансамбле III дәрәжә лауреат булды. Йәш бейеүселәрҙе хореограф Гөлназ Ишалина әҙерләне.
Бынан тыш өлкән класс уҡыусылары пианисттарыбыҙ Алһыу һәм Лиана Сәйфуллиналар (Арҡауыл бүлексәһе, етәкселәре И. Хәйруллина) һәм Азалия Мулләхмәтова (Янғантау бүлексәһе, етәксеһе С. Шакирова) “Буяуҙар һәм көйҙәр донъяһында” VII төбәк-ара олимпиадала сығыш яһаны. Алһыу һәм Лиана - II дәрәжә, Азалия III дәрәжә дипломант булды.
С. Заһиҙуллина, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары.