Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2019, 11:27

Майҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Быйыл Башҡортостан халҡы май байрамдарында 1-нән 5-енә тиклем һәм 9-ынан 12-һенә ҡәҙәр ял итә. Ошо оҙайлы ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Быйыл Башҡортостан халҡы май байрамдарында 1-нән 5-енә тиклем һәм 9-ынан 12-һенә ҡәҙәр ял итә. Ошо оҙайлы ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?
“Гисметео” порталының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, май башы йылы һәм ямғырлы булмаҡсы. 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамында аяҙ, йәйгесә йылы һауа торошо күҙаллана: һауа температураһы төндә +10 градус, көндөҙ +25. Артабан, 2 майҙан 5-енә тиклем, бер яҙ ямғыр, аяҙлы-болотло көндәр көтөлә. Температура төндә уртаса +4, +7 градус, көндөҙ +11-19 була.
Еңеү көнөндә, 9 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана: төндә +8 градус, көндөҙ +17. 10 майҙан 12-һенә тиклем болотло, ләкин йылы: төндә термометр бағанаһы +9, +13, көндөҙ +19, +21 градус күрһәтә.
Читайте нас: