Талпан тешләгән осраҡта, страховкаланған кешегә бөтә Рәсәй биләмәһендә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Программа амбулатор-поликлиника ярҙамын алырға, талпан энцефалиты менән сирләп киткән осраҡта ашығыс рәүештә дауаханаға ятырға, шулай уҡ 500 мең һумға тиклем дауаланырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә ярҙам һорап күпме кәрәк, шунса тапҡыр, страховка аҡсаһы бөткәнсе мөрәжәғәт итергә була. Яңы тыуған сабыйҙы ла, оло йәштәге кешене лә страховкаларға мөмкин. Полисты почта бүлексәһе операторҙары, шулай уҡ өйҙә почтальондар тултыра.