27-28 апрелдә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙа. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында “Хафиза” ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Конкурста ҡатнашыуға гүзәл зат вәкилдәре, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә саҡырыла.
Ҡөрьән уҡыусылар конкурсын тәүге тапҡыр 2011 йылда инициатив төркөм үткәрә. Уның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Әйтәйек, 2018 йылда унда 212 кеше ҡатнашты, шуларҙың — 70-е балалар. Араларында Ырымбур, Пенза, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртстан, Санкт-Петербург, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө ҡала-райондары вәкилдәре бар ине.