Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2019, 14:29

Радий Хәбиров “Янғантау”ға килде

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат районында ЮНЕСКО геопарктарының Глобаль селтәренә нигеҙ һалған Патрик МакКивер һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара эксперт Сурен Гевинян менән осрашты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат районында ЮНЕСКО геопарктарының Глобаль селтәренә нигеҙ һалған Патрик МакКивер һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара эксперт Сурен Гевинян менән осрашты.
Һөйләшеүҙә “Янғантау” геопаркын булдырыу буйынса эш барышы, уның ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.
“Был беҙҙең өсөн үтә мөһим. Әһәмиәтле статусты мотлаҡ алырбыҙ тип ышанам. Күреүегеҙсә, был йәһәттән әүҙем эш алып барабыҙ. Йәнә “Торатау” геопаркын булдырыу варианттарын ҡарайбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Патрик МакКивер билдәләүенсә, ул 19 йыл дауамында ошолай фиҙакәр эш алып барған кешеләрҙе тәүгә күрә.
“ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары буйынса совет вәкилдәре һеҙгә мотлаҡ үтәлергә тейешле тәҡдимдәр исемлеген биргәйне. Был үҙенсә өйгә эш кеүек булды. Тикшерергә килгәс, күптәренең үтәлгәнен күреп, ғәжәпкә ҡалдыҡ. Советтың сираттағы сессияһы – сентябрҙә. Тимәк, һеҙҙең отчет кәмендә 1 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш. Был бик ҙур, күләмле эш. Әммә булдыра алырығыҙға шикләнмәйбеҙ. Заявка хупланған осраҡта, “Янғантау” Рәсәйҙә һәм элекке Совет биләмәһендә тәүге ЮНЕСКО геопаркы буласаҡ”, – тине Патрик МакКивер.
Читайте нас: