Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2019, 14:24

Урманға сыҡһаң, һаҡ ҡылан!

15 апрелдән Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан ителде.

15 апрелдән Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан ителде.
Был осорҙа ут яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, төҙөк булмаған машиналар менән файҙаланыу, яғыулыҡ ҡойолған машиналар янында тәмәке тартыу һәм йәки асыҡ уттан файҙаланыу тыйыла. Шулай уҡ шешә йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға, ағастар янында, аҡландарҙа, ағас араларында үлән, шулай уҡ баҫыуҙарҙа, урмандарҙа ҡамыл яндырырға, ылыҫлы йәш урмандарҙа, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле ерҙәрҙә, ағас сатыры аҫтында усаҡ яғырға ярамай, утты махсус майҙансыҡтарҙа ғына яғырға рөхсәт ителә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған
Читайте нас: