Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2019, 18:21

Талпандан һаҡланыу хәйерле

Яҙ етеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә башлау менән кешеләр тәбиғәткә ынтыла. Әммә был осорҙа бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тап шул мәлдә талпандар ҡотора.

Яҙ етеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә башлау менән кешеләр тәбиғәткә ынтыла. Әммә был осорҙа бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тап шул мәлдә талпандар ҡотора.
Әлбиттә, уларҙың барыһы ла ҡурҡыныс түгел. Ә инде ағыу¬лыһы ҡаҙалһа, аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Ҡанэскес кешене энцефалит вирусы, талпан боррелиозы, эрлихиоз, листериоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал. Был вирустар бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында йәшәй.
Ниндәй ҡурҡыныс көтә?
Төрлө сығанаҡ буйынса, талпан 60-ҡа яҡын ауырыу тарата. Был ауырыуҙарҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң ике көндән алып ике аҙнанан һуң ғына беленә башлай.
Иң ҡурҡынысы – талпан энцефалиты. Ул – үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡул, муйын мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Үлем осраҡтары ла бар.
Талпан борреллиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, кешене оҙаҡ ваҡытҡа хәрәкәтһеҙ ҡалдырыуы, шулай уҡ инвалидлыҡҡа килтереүе менән хәүефле. Сирҙең иң сағыу билдәләренең береһе – талпан ҡаҙалған урында уртаһында аҡ нөктәһе булған ҡыҙыл тап барлыҡҡа килеүе. Әммә һуңғы ваҡытта ауырыуҙың был билдәһе булмаған осраҡта ла зарарланыу күҙәтелә.
Энцефалиттың да, талпан борреллиозының да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр барлыҡҡа килә икән, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә шул тиклем арта.
Нисек сығарырға?
- Талпандың күренеп торған осона көнбағыш майы һөртөгөҙ. Тын алыу юлдары ҡойроғонда урынлашыу сәбәпле, күпмелер ваҡыттан үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Бик тә булмаһа, ипләп кенә тартып алығыҙ.
- Көнбағыш майы урынына кәрәсин һөртөргә була. 10 – 15 минуттан талпан төшөргә тейеш.
- Ҡаш йолҡа торған ҡыҫҡыс менән әкрен генә сәғәт йөрөшөнә ҡаршы бороғоҙ.
- Талпанды сығарғанда биткә маска кейеү мөһим, сөнки бөжәк һытылһа, ҡаны менән бергә һауаға вируслы аэрозоль тарала һәм ул тын алыу юлдарына инеп, аллергия тыуҙырыуы ихтимал.
- Башы өҙөлөп, тире аҫтында ҡалһа, шул урынды спиртлы мамыҡ йәиһә бинт менән һөртөгөҙ, аҙаҡ стерилләнгән энә менән тартып сығарығыҙ.
- Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ йәиһә яндырығыҙ.
Читайте нас: