Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2019, 18:04

"Тарих биттәре"ндә – ҡыйғылар

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы уҙғарылған “Тарих биттәре” марафоны халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһенә, матур йолаға әүерелде. Райондан районға тапшырылып килгән эстафета байрағын 17 апрелдә ҡыйғылар күтәрҙе.

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы уҙғарылған “Тарих биттәре” марафоны халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһенә, матур йолаға әүерелде. Райондан районға тапшырылып килгән эстафета байрағын 17 апрелдә ҡыйғылар күтәрҙе.
Ҡунаҡтар иҫәбендә БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсәнова, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Ҡыйғы һәм Федоровка район хакимиәте башлыҡтары Шамил Мөхәмәтдинов һәм Венер Насретдинов, райондан сыҡҡан билдәле яҙыусылар, журналистар, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
Район тарихы, республика үҫешенә ҙур өлөш индергән ҡыйғылар, ауыл эшсәндәре тураһында презентация сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ҡыйғы халҡы концерт программаһынан данлы-шанлы тарихыбыҙҙың бер битен дә төшөрөп ҡалдырмаған – улар Ҡатай ырыуының легендаһын да, тап Ҡыйғы ерендә Салауат Юлаев менән Емельян Пугачевтың тәүге осрашыуын да, аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың алышын да, Башҡорт автономияһы төҙөлгән йылдарҙы ла, Бөйөк Ватан һуғышы осорон да сәхнәләштерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташ-фронтовиктар батырлығы, тыл тормошон сағылдырған сюжет тамашасыларҙың күңеленә үтеп инә алды.
Ҡыйғы районынан Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин, Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Берлинғаса яу яланын үткән Һылыу Әхмәтова, билдәле шағир, яугир-хәбәрсе Хәниф Кәрим сыҡҡан.
Тамашаға йыйылған яҡташтар байрам, берҙәмлек, дуҫлыҡ атмосфераһына сумды. Сараға килеүселәр иғтибарына фойела райондың мәҙәниәтен, тарихын, ҡыйғыларҙың төрлө тармаҡтарҙа уңыштарын, ижади емештәрен күрһәтеүсе күргәҙмәләр тәҡдим ителде.
Район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов яҡташтарҙы сәләмләп, ҡыйғы ере элек-электән эшсән, талантлы кешеләре, матур тәбиғәте менән айырылып тороуын билдәләне, тантанаға килеүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Шамил Радил улы иҫтәлекле бүләк менән фестиваль-марафон штандартын Федоровка районы хакимиәте башлығына тапшырҙы.
Р. Әлимбаева.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: