Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2019, 12:27

Баһадирҙар ярышы

2-14 апрелдә Екатеринбург ҡалаһында пауэрлифтинг һәм көс талап ителгән спорт төрҙөре буйынса “Русская весна – IV” Европа Кубогы уҙҙы. Ярышта Дыуан районы спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

2-14 апрелдә Екатеринбург ҡалаһында пауэрлифтинг һәм көс талап ителгән спорт төрҙөре буйынса “Русская весна – IV” Европа Кубогы уҙҙы. Ярышта Дыуан районы спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Эдуард Пособилов 100 кг ауырлыҡ категорияһында 40-44 йәшлек ир-егеттәр араһында 180 кг штанга менән ултырып (эпикировкаһыҙ) беренсе урын яуланы.
Иван Кичигин ятҡан килеш штанга күтәреүҙә 100 килограмды (үҙ ауырлығы) 36 тапҡыр күтәреп еңеүсе булды. Абсолют иҫәптә спортсы өсөнсө урынға сыҡты. 2018 йылда Иван 95 килограмлыҡ штанганы 41 тапҡыр күтәреп донъя рекордын үтәгәйне.
Илья Портнов шул уҡ спорт төрөндө100 кг ауырлыҡ категорияһында бронза призеры булды, Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәне. Шул уҡ төрҙә Никита Сафонов 16-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында үҙ ауырлыҡ категорияһында (67,5 кг) еңеүсе булды, экипировкаһыҙ ятҡан килеш гер күтәреү буйынса Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәне.
Артем Крючков экипировкаһыҙ стан тартыу буйынса беренсе урын яуланы, Рәсәй спортм астеры нормативтарын үтәне. Марат Нәжипов шул уҡ төрҙә үҙ ауырлыҡ һәм йәш категорияһында өсөнсө урын алды.
Кубоктың иң йәш ҡатнашыусылары Никита Кичигин (7 йәш) һәм Варвара Кичигина (8 йәш) ла уңышлы сығыш яһаны. Никита үҙ тән 12 килограмлыҡ штанганы 37 тапҡыр күтәреп беренсе урын яуланы һәм 1-се үҫмерҙәр спорт разрядын үтәне. Варвара шул уҡ ауырлыҡтағы штанғаны 24 тапҡыр күтәреп 3-сө үҫмерҙәр разрядын үтәне.
Бөтә спортсыларҙы ла ятҡан килеш штанга күтәреү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, ветерандар араһында пауэрлифтинг буйынса Рәсәй Чемпионатының көмөш призеры (2003), пауэрлифтинг буйынса Европа Чемпионатының көмөш призеры (Венгрия, 2003), Донъя чемпионаты ҡатнашыусыһы (4 урын, Канада, 2003), Европа Чемпионатының көмөш призеры (Чехия, 2004) Александр Леонтьев әҙерләне.
Читайте нас: