18 майҙа республикала бына бишенсе мәртәбәгә бик матур сара – башҡорт теленән диктант үтәсәк. Быйыл акция халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Был тәҡдим менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды сығыш яһаны, БР Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, башҡорт халҡы милли мәҙәнилеген таратыу, халыҡтың тел кимәлен арттырыу маҡсатында үткәрелә.
Акцияны ғәҙәттәгесә Башҡорт дәүләт университеты әҙерләй, төп яҙыу майҙансыҡтары ла унда урынлашасаҡ. Әйткәндәй, диктант икәү – телде яҡшы белгәндәр һәм башланғыс кимәлдәгеләр өсөн буласаҡ. Әле яҙма эштең текстарын һәм дикторҙарҙы һайлап алыу бара.
Онлайн режимда яҙырға теләһәгеҙ, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инергә кәрәк. Ошонда уҡ диктанттың һөҙөмтәһен, шулай уҡ акцияға бәйле башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе лә табырға була.
Диктантта исем-шәрифте яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ генә (кодовое слово) күрһәтергә мөмкин.