Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2019, 12:23

Иммунизация аҙналығы

22-28 апрелдә Башҡортостанда ун дүртенсе тапҡыр Европа иммунизация аҙналығы уҙғарыла. Йыл һайын ойошторолған кампанияның маҡсаты — халыҡты прививка яһатыуға йәлеп итеү һәм мөмкин тиклем йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау һәм кәметеү.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, иммунизация — йыш осраған йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сара. Прививка яһатыу быға күптәрҙең ғүмерен өҙгән ауырыуҙарҙы кәметергә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй юҡ итергә мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, ер шарындағы бар халыҡты иммунизациялау программаһы сәсәк ауырыуын бөтөнләй юҡҡа сығарыуға килтерҙе. Быума йүтәл, полиомиелит, тартышыу, дифтерия, ҡыҙылса һәм паротит кеүек сирҙәргә ҡаршы планлы иммунизация йыл һайын донъяла яҡынса 3 миллион кешенең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡала. Әлеге ваҡытта вакцинация дифтерия, тартышыу, ҡыҙылса, полиомиелит, ҡыҙамыҡ, ҡотороу, грипп, В гепатиты кеүек йоғошло һәм башҡа инвалидлыҡҡа, үлемгә сәбәпсе булған сирҙәрҙән һаҡлай. Әгәр иммунизация өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбенән төшөп ҡалһа, бик күп йоғошло ауырыуҙарҙың кире ҡайтыуы мөмкин, тип белдерә табиптар.
Читайте нас: