Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2019, 12:25

Яҙғы һунар башлана

27 апрелдән 6 майға тиклем Башҡортостан биләмәһендә һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар асыла.

27 апрелдән 6 майға тиклем Башҡортостан биләмәһендә һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар асыла.
БР Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге һунарсылар өсөн төп ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә.
Был осорҙа һуйыр, ҡор, ҡурпысыҡ, ҡаҙ һәм өйрәктәрҙе ауларға мөмкин, инә ҡоштарға һунар рөхсәт ителмәй. Һыу ҡоштарын эҙәрлекләү өсөн кәмәләр, һунар эттәре ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарҙы һәм һөтимәрҙәрҙе аулау тыйыла.
Һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға — 500 һумдан алып 4000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 35 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала.
Юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға һунарсылыҡ биләмәләрендә һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын райондарҙа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары бирә. 2018 йылдың 1 авгусынан һуң алынған рөхсәт ҡағыҙҙары яҙғы һунар осоронда ғәмәлдә була.
Читайте нас: