Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 18:58

Ағас ултырт һәм фотоға төш

Иртәгә, 27 апрелдә республикала “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит” Берҙәм республика акцияһы үтәсәк. Ул урманға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, урман ресурстарын һаҡлау һәм ҡайтанан тергеҙеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыуға йүнәлтелә.

Акция һөҙөмтәләре буйынса “Йәшел Башҡортостан” фотоконкурсы уҙғарыласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн ағас ултыртырға, уның янында фотоға төшөргә һәм социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәгеҙгә #зеленаябашкирая2019 хештегы менән һалырға кәрәк. Иң яҡшы фотография тип иң күп лайктар йыйған фото таныласаҡ. Еңеүселәрҙе ике номинация буйынса: “Бергә күңеллерәк” (коллектив фото) һәм “Минең урманым – минең киләсәгем” (шәхси фото) билдәләргә ниәтләйҙәр.
Читайте нас: