Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 11:11

Еңеү таҫмаһы

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Ҡала һәм райондарҙа халыҡҡа символик ленталар таратыла башланы. Бөйөк Еңеү байрамына тиклем республикала 200 мең Еңеүтаҫмалары таратыласаҡ.
Илебеҙҙә был акция 2005 йылдың яҙында башланғайны. Киләһе йылына ул бөтә Рәсәй статусын алды. Георгий таҫмаһы — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хаҡында хәтер символы, донъяны фашизмдан азат иткән ветерандарға рәхмәт билдәһе ул. Таҫмалағы төҫтәр гаммаһы Бөйөк Ватан һуғышының төп наградаларының береһендә – Дан орденында ла – файҙаланыла.
Һүрәттә: Дыуан районы ирекмәндәре лә акцияға ҡушылды
Читайте нас: