Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 11:08

Хуш киләһең, Рамаҙан айы!

5 майҙа ҡояш байыу менән мосолмандар изге Рамаҙан айын ҡаршылай.

5 майҙа ҡояш байыу менән мосолмандар изге Рамаҙан айын ҡаршылай. Был көндө мосолмандар ураҙа тота башлай. Башҡортостан мәсеттәрендә ошо изге айҙа ураҙа, тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡыласаҡ.
Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, тыйылған күренештәрҙән ситтә тороу, рухи һәм физик яҡтан сафланыу мөмкинлеген бирә. Ул — исламдың биш ҡанунының береһе. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур.
Бер ай буйы изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне йышыраҡ телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға, намаҙ уҡырға кәрәк. Изге ай барышында һәр мосолман фәҡирҙәр менән мохтажлыҡ кисергәндәргә фытыр саҙаҡаһы таратырға тейеш. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә.
Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамлана. Быйыл ул 4 июнгә тура килә. Был көндө халыҡ иртә таңдан мәсеттәргә йыйыла, ғәйет намаҙы уҡый, байрам табыны ҡора. Мосолмандарҙың Диниә назаратында изге айҙа түләүҙәр күләме билдәләнде. Аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн — һәр кешенән 150-шәр һум. Хәллеләргә – 300-шәр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фидиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5 220 һум).
Нисәб - 224 һум. Ошо сумманан 5 600 һум зәҡәт килеп сыға.
Читайте нас: