Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 11:12

Китапханасылар өсөн тифлосессия

Күптән түгел Үрге Ҡыйғыла “Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн уңайлы китапхана” республика тифлосессияһы уҙҙы.

Күптән түгел Үрге Ҡыйғыла “Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн уңайлы китапхана” республика тифлосессияһы уҙҙы. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре үткәргән ултырышта төньяҡ-көнсығыш райондары китапханасылары ҡатнашты.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндәреүсе һәм уңайлы мөхит булдырыу өҫтөндә эшләүсе үҙәк белгестәрен уҡытыу маҡсатында үткәрелде.
Сессияла ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдинов сәләмләне. Район китапханалар системаһы директоры А. Фәтихова китапханасыларҙың оло йәштәгеләрҙе, инвалидтарҙы һәм башҡа иғтибарға мохтаж граждандарҙы хеҙмәтләндереү тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Балалар моделле китапханаһы етәксеһе А. Шәмсетдинова һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы йәлеп иткән “Тормош йәйғоро” социаль проектын ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһен уртаҡлашты.
Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры И. Кучербаева мөмкинлектәре сиклеләрҙең мәғлүмәт алыуға хоҡуҡтары хаҡында һөйләне, улар менән эшләү йүнәлештәренең иң мөһимдәрен билдәләп үтте. Махсус китапханаһының инновацион-методик бүлеге етәксеһе И. Борисевич үҙ телмәрендә һуҡырҙарҙы һәм күреү һәләте насар булыусыларҙы виртуаль мәғлүмәт менән тәьмин итеү үҙенсәлектәренә туҡталды.
Сара барышында китапханасылар араһында тактик китаптар яһау буйынса уҙғарылған район конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Ялды ойоштороу бүлеге китапханасыһы Т. Резяпкина тактиль китаптар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Тифлосессия “Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильм ҡарау менән тамамланды. Сессияла ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.
Р. Әлимбаева.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: