Республика ауылдарында йәшәгән 18-20 йәшлек кешеләр Рәсәй Ауыл йәштәре союзы конкурсында ҡатнаша ала. Уның тәүге этабы ситтән тороп уҙғарыла, ҡатнашыу өсөн 20 майға тиклем ғариза тапшырырға кәрәк.
Конкурс ауыл биләмәләрендә алдынғы фекерле лидерҙарҙы үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Сарала ҡатнашыу өсөн ауылда мәғариф, спорт, медицина, мәҙәниәт, экология һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләү йәки белемгә эйә булыу талап ителә, шулай уҡ үҙең йәшәгән ауылдың, райондың үҫеше буйынса йәмәғәт башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә лә кәрәк.
Тәүҙә анкета тултырып, https://rssm.su сайтында теркәлеү шарт. Шулай уҡ “Село. Уехать нельзя остаться. Поставь свою запятую” темаһына эссе яҙырға, тормошҡа ашы¬рылған проекттың портфолиоһын әҙер¬ләргә кәрәк. Алдағы йылдарҙа еңеүгә өлгәшкәндәр шул уҡ номинацияларҙа ҡатнаша алмай.
Эксперт комиссияһы ҡарары менән икенсе этапҡа һайлап алынған конкур¬сант¬тарҙың исемлеге 29 июнгә тиклемhttps://rssm.su сайтында, ойоштороу¬сыларҙың рәсми сайтында, бәйләнештәге социаль селтәрҙәрендә (https://vk.com/om¬oo_rssm) баҫыласаҡ.
Икенсе этапта тематик семинарҙар һәм бәхәс майҙансыҡтары ойоштороу ҡаралған. Конкурс һөҙөмтәһе 30 сентябргә тиклем билдәле буласаҡ. Утыҙ еңеүсене Рәсәй төбәктәренең Йәмәғәт палатаһы составына индереү, шулай уҡ уларға Рә¬сәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесенең ауыл эшсәндәре менән осрашыуында ҡатнашыу мөмкин¬леге бирелә. Еңеүселәр ноябрь-декабрҙә “Бер¬ләшмә” форумында бүләкләнәсәк.
Үҙен һынап ҡарарға теләүселәр 8 (495) 608-61-03 телефонына, info@rs¬sm.su электрон почтаһына мөрәжәғәт итә ала.