Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2019, 11:46

Владимир Путин балалар мәнфәғәтен яҡлай

Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙе дәүләт тарафынан һатып алыу шарттарын ҡәтғиләштергән законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙе дәүләт тарафынан һатып алыу шарттарын ҡәтғиләштергән законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылды.
Закон дәүләт тарафынан бындай хеҙмәттәрҙе махсус һайлап алынған ойошмалар конкурсында, шулай уҡ котировкаларҙы асыҡлау юлы менән һәм берҙән-бер тәьминәтсенән генә һатып алырға рөхсәт итә. Контракт системаһы тураһындағы закон балаларҙың ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙе аукциондар үткәреү, котировкаларҙы асыҡлау һәм тәҡдимдәр индереү юлы менән һатып алыуҙы күҙаллай, ғәмәлдәге нормаға ярашлы, балалар өсөн юлламалар иң арзан хаҡты тәҡдим итеүсенән һатып алына ине.
Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин әйтеүенсә, иҡтисади файҙа алыу хаҡына балаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай.
Читайте нас: