Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май 2019, 13:17

Владимир Путин "Сириус"ты үҫтереү яҡлы

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Сириус” белем биреү үҙәгендә булды.
Мәғлүм булыуынса, был үҙәк 2015 йылдан эшләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса “Талант һәм уңыш” фонды тарафынан булдырылған “Сириус”ҡа йыл да илдең барлыҡ төбәктәренән 10 – 17 йәшлек 800 тирәһе уҡыусы килә.
Үҙәк эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – сәнғәт, спорт өлкәләре, тәбиғи-ғилми дисциплиналар буйынса һәләте булған, шулай уҡ техник ижадта уңышҡа өлгәшкән балаларҙы үҫтереү, уларға артабан да һөнәри йәһәттән булышлыҡ ҡылыу.
Бында иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә. “Сириус”тың сығарылыш уҡыусылары (илдең барлыҡ субъекттарынан 28 меңдән ашыу бала) – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадалары, спорт ярыштары, музыкаль һәм художество конкурстары еңеүселәре.
Программаны үтеү бушлай: килеп ҡайтыу, йәшәү, ашау “Талант һәм уңыш” фонды иҫәбенә ҡаплана.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙәккә эш сәфәре барышында “Талант һәм уңыш” фонды етәксеһе Елена Шмелева һәм Краснодар крайы губернаторы Вениамин Кондратьев менән осрашты. Улар “Сириус”ты комплекслы үҫтереү пландары хаҡында фекер алышты.
Читайте нас: