Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Май 2019, 13:19

"Бассейндарҙың буш тормаҫына ышанам"

“Бик ваҡытлы һәм кәрәк эш. Халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу – иң мөһим стратегик бурыстарҙың береһе”.
Ошондай аңлатма бирҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Дмитрий Петров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың спортты үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҡуйған бурыстарына. Был иҫәптә “Йөҙөү һәр кем өсөн” ведомство-ара программаһы ла бар, ул муниципаль берекмәләрҙә бассейндар төҙөүҙе, шулай уҡ дөйөм белем биреү барышында балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
“Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә ошо йәһәттән ҙур мохтажлыҡ бар, – тине йәмәғәтсе. – Республикабыҙҙың ҡала-райондарына бассейндар, спорт ҡоролмалары етешмәй”.
Әммә, Дмитрий Петров әйтеүенсә, быны – төбәгебеҙгә бассейндар кәрәклекте – раҫларға кәрәк.
“Аныҡ маҡсатҡа федераль инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса ныҡлы план төҙөү мөһим. Был эшкә мотлаҡ тотонорға кәрәк. Республикабыҙҙа бассейндарҙың буш тормаҫына ышанам”, – тине йәмәғәтсе.
Читайте нас: