Өфөгә йәнә Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин килә. Ул күп тонналы мультилифтты урынынан шылдырырға тырышасаҡ. 16 һәм 17 майҙа баш ҡалала “сүп-сар” төбәк операторҙарының съезы уҙасаҡ. Эльбрус Ниғмәтуллин сараны асыу тантанаһында сығыш яһаясаҡ.
“Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулын йөрөтөүсе баһадир мультилифтты МАЗ 6312С9 шассиһында тартасаҡ. Уның дөйөм ауырлығы 16 тонна. Былтыр Түбәнге Новгородта ойошторолған ошондай уҡ съезда ул 15 тонналыҡ сүп-сар ташыу машинаһын урынынан ҡуҙғата алғайны.
Әйткәндәй, Эльбрус Ниғмәтуллин башҡорт халыҡ милли кейемендә булырға вәғәҙә иткән.