Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2019, 11:37

Пособие алыу ябайлашты

Рәсәйҙә балалар пособиеһын алыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер беренсе һәм икенсе сабый өсөн был ярҙам сараһына ғаризаны ата-әсәнең даими теркәлгән йәшәү урыны буйынса түгел, ә һәр ҡайһы ҡалала тапшырырға мөмкин. Тейешле закон 12 майҙан көсөнә инде.
Билдәле булыуынса, быға ҡәҙәр пособиелар теркәлгән урын буйынса ғына түләнә ине. Хәҙер был ярҙам сараһын алыу өсөн хатта ваҡытлыса теркәлеү ҙә кәрәкмәй.
Илдә беренсе һәм икенсе бала өсөн пособиеларҙы әле 400 мең тирәһе ғаилә ала.
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы проректоры Александр Сафонов әйтеүенсә, был документ үтә мөһим, сөнки Рәсәй халҡы хәҙер, яҡшы эш һәм хеҙмәт хаҡы эҙләп, йәшәү урынын йыш алмаштыра.
Читайте нас: