Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2019, 10:00

"Салауат йыйыны" батырына – башҡорт аты!

"Салауат йыйыны" фольклор байрамы быйыл 8 июндә үтә. Сара милли батырыбыҙҙың 265 йыллығына бағышлана.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам барышында бер нисә сара планлаштырылған. Мәҫәлән, “Салауат әйтеше” конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк. Ул социаль селтәрҙә март айында башланды, 1 июнгәсә бара.
“Салауат йыйыны батыры” конкурсы 18 – 27 йәшлектәр араһында уҙғарыла. Улар үҙенең кейеме хаҡында һөйләргә, шәжәрәһен, ырыуы батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын һ.б. белергә, халыҡ йырын башҡарырға (ҡобайыр, оҙон көй), ҡурай йәки башҡа башҡорт милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш. Шулай уҡ ярыш төрҙәрендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау, халыҡ бейеүен башҡарыу, милли көрәш, уҡ атыу бар.
Байрам тарихында тәүге тапҡыр еңеүсегә ысынбашҡорт аты тапшырыласаҡ.
Йыйын программаһына “Салауат уғы” асыҡ район турниры, тирмәләр конкурсы, “Көмөш өҙәңге” күргәҙмә-йәрминкәһе ингән. Байрам һабантуй менән бер көндә була – Салауат халҡы яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаясаҡ.
Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 майға тиклем “Салауат йыйыны-2019” билдәһе менән [email protected]электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50, 289-62-00.
Читайте нас: