Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2019, 11:15

Шәхесен билдәләргә ярҙам итегеҙ!

12 майҙа Лаҡлы ауылы эргәһендә Әй йылғаһында билдәһеҙ ҡатындың мәйете табылған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлеге уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып бара.
Мәйеттең тышҡы билдәләре : 25-35 йәштәр тирәһендәге ҡатын, буйы - 170 см, 32 см оҙонлоҡтағы һарғылт-һоро сәсле, һоро күҙле, ҡыйғас һоро ҡашлы.
Ҡатын күк төҫлө йылы джинсы, ал-күк төҫлө оҙон еңле кофта, «Happy Day» яҙыулы эске кейем, алһыу носки, алһыу һыҙыҡлы аҡ кроссовкила булған.
Ҡатын тураһында мәғлүмәттәрҙе эске эштәр бүлегенең дежур часына 8-999-741-11-94, 8-964-961-97-87, 8-906-106-64-44 телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итергә була.
Л. Вәлиуллина.
Салауат районы.
Читайте нас: