“Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Алик Носратуллин Малаяҙ ауылы эргәһендә был яҡтарҙа һирәк осрай торған хайуанға – Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән һаҙ гөбөргәйеленә тап булған.
Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, һаҙ гөбөргәйеле сөсө һыу гөбөргәйелдәре ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсе. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Азияла һәм Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған.
Мәғлүм булыуынса, был һөйрәлеүсене Салауат районы халҡы быға тиклем дә осратҡаны булған. “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Айрат Ғәлиев уны бер нисә йыл элек Малаяҙҙағы аҫылмалы күпер эргәһендә, ә Виталий Кузнецов Елгилде ауылынан йыраҡ булмаған ерҙә күргән.