Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 10:44

Мәғарифта сифатлы үҙгәрештәр

Һуңғы йылдарҙа белем биреүҙең сифатын яҡшыртыуға, бәләкәй ҡалалар һәм ауыл мәктәптәрендә ҙур ҡалаларҙағыса шарттар булдырыуға, заманса алымдар ҡулланыуға иғтибар бермә-бер артты. Был тәңгәлдә “Мәғариф” милли проектына ярашлы ла маҡсатлы эштәр башҡарыла.
Мәҫәлән, Башҡортостанда һанлы, тәбиғи-ғилми һәм гуманитар йүнәлештә эшләйәсәк “Үҫеш нөктәһе” тип аталған 133 белем биреү үҙәге булдырыласаҡ. Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум субсидия бүленә.
2024 йылға тиклем ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан белем усаҡтары нигеҙендә 798 шундай үҙәк асыу күҙаллана.
Белем биреү өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр хаҡында ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа яһаған Мөрәжәғәтнамәһендә лә белдерҙе. “Баш ҡаланың һәм Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында ҙур булмаған тораҡ пункттарҙан, алыҫ райондарҙан уҡырға ингән студенттар һаны арта. Был мәғарифтағы сифатлы үҙгәрештәр тураһында һөйләй”, – тип билдәләне ул.
Читайте нас: