Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 10:43

Владимир Путин экология министры менән осрашты

Рәсәй Президенты илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Ведомство етәксеһе Владимир Путинға “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, был тармаҡ буйынса милли проектта 11 йүнәлеш бар. Дмитрий Кобылкин һүҙҙәренсә, улар биш төркөмгә бүленә: коммуналь ҡалдыҡтар, реформа, һыу, һауа, биотөрлөлөк һәм иң яҡшы уңайлы технологиялар.
Ведомство етәксеһе был йүнәлештәрҙең һәр береһенә айырым туҡталып, улар буйынса алып барылған эштәргә байҡау яһаны, пландар хаҡында һөйләне. Дәүләт башлығы башланғыстарҙы хупланы, милли проекттарҙың төп маҡсаты халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу икәнен йәнә бер ҡат хәтергә төшөрөп, әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.
Читайте нас: