Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2019, 10:47

Һабантуйҙар ҡасан була?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала һабантуйҙар үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Иң беренсе милли байрам Стәрлетамаҡ районында уҙасаҡ. Ул 25 майға тәғәйенләнгән.
1 июндә – Архангел, Баҡалы, Благовещен, Бөрйән, Бөрө, Ғафури, Ейәнсура, Илеш, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Хәйбулла райондарында;
8 июндә – Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Борай, Бүздәк, Дүртөйлө, Дәүләкән, Иглин, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәләүез, Нуриман, Саҡмағош, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Тәтешле, Учалы, Федоровка, Шаран, Шишмә, Әлшәй, Яңауыл райондарында, Күмертау ҡалаһында;
9 июндә – Благовар районында;
12 июндә – Өфө ҡалаһында;
15 июндә – Бәләбәй, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Мишкә, Мәсетле райондарында;
22 июндә – Әбйәлил районында;
29 июндә Ишембай районында була.
Читайте нас: